+22 °С
Ясно


Баймаҡ районы Бикеш ауылында йәшәүсе Тәлғәт Әминев һәм Елена Астафьева үҙ ҡулдары менән балалар майҙансығы төҙөп ҡуйған. Хәҙер ауылдың йәме булып ултырған майҙансыҡтағы ағастан эшләнгән бәүелсәктә, ҡупшы тауҙа бәләкәстәр рәхәтләнеп уйнай, ҡыуана.
Өлкәндәрҙең изге эшенә ҡушылып, ауыл халҡы балалар майҙансығын уратып алырға, буярға һәм яңы уйын урындары булдырырға йыйына. Ә инде бәләкәстәр уның тирә-яғын таҙа тота, үҙҙәре йыйыштыра, сүп-сар йыйылған осраҡта бергәләшеп йыйып алалар. Ошондай мәрхәмәтле эштәре менән Бикеш ауылы халҡы кемгәлер мыжып, нимәлер һорап ултырырға түгел, ә күмәкләп изге эш башҡарып була икәнлеген тағы ла бер тапҡыр раҫланы.