АТАЙСАЛ
+11 °С
Облачно
Антитеррор
Атайсал
25 Октября 2021, 07:20

"Егәрле килен" пирогы турһында ишеткәнегеҙ бармы?

Йәгеҙ, килендәр, алъяпҡыстарығыҙҙы матурлап бәйләгеҙ ҙә, бешерә башлайыҡ! Ингредиенттар: 3 сей йомортҡа (ҡамырға), 250 мл 15%-лы ҡаймаҡ, 200 мл кефир, 300 г он, 1 аш ҡалғы ҡабартҡыс (разрыхлитель), 200 г бәрәңге иҙмәһе, 200 г бешкән тауыҡ ите, 3 бешкән йомортҡа, тоҙ, борос. Әҙерләү өсөн:

"Егәрле килен" пирогы турһында ишеткәнегеҙ бармы?"Егәрле килен" пирогы турһында ишеткәнегеҙ бармы?
"Егәрле килен" пирогы турһында ишеткәнегеҙ бармы?

Йәгеҙ, килендәр, алъяпҡыстарығыҙҙы матурлап бәйләгеҙ ҙә, бешерә башлайыҡ!

Ингредиенттар: 3 сей йомортҡа (ҡамырға), 250 мл 15%-лы ҡаймаҡ, 200 мл кефир, 300 г он, 1 аш ҡалғы ҡабартҡыс (разрыхлитель), 200 г картуф иҙмәһе, 200 г бешкән тауыҡ ите, 3 бешкән йомортҡа, тоҙ, борос.

Әҙерләү өсөн:

Һауытта йомортҡа, ҡаймаҡ, кефирҙы бутап, тоҙ һалып, ҡабартҡыслы онға ҡойоп ҡамыр эшләйбеҙ.Ҡамыр ҡуйы ҡаймаҡ һымаҡ булырға тейеш. Бәрәңге иҙмәһенә, шаҡмаҡлап туралған йомортҡа, тауыҡ итен, тәменсә тоҙ, борос һалырға.

Табаға фольга йәйеп, майлап, ярты ҡамырҙы ҡоябыҙ. Шунан эслекте тигеҙләп һалып, ҡалған яртыһын ҡоябыҙ. 180 градуста 30-40 минут бешереп алырға. Пирог шул тиклем тәмле, йомшаҡ килеп сығасаҡ!

Автор:Альфира Узянбаева
Читайте нас