Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Октябрь 2021, 11:10

Тултырылған борос

Кәрәк: 2 кг татлы борос, 0,8 кг ит, 50 гр ҡарабойҙай, 0, 5 ташҡабаҡ, 100 грамм кәбеҫтә, 1 һуған, 1 кишер, 2 помидор, самалап тоҙ, ҡара борос, 2 ҡалаҡ томат пастаһы.

Тултырылған борос
Тултырылған борос

 

Кәрәк: 2 кг татлы борос, 0,8 кг ит, 50 гр ҡарабойҙай, 0, 5 ташҡабаҡ, 100 грамм кәбеҫтә, 1 һуған, 1 кишер, 2 помидор, самалап тоҙ, ҡара борос, 2 ҡалаҡ томат пастаһы.

Туралған ит һутлы булһын өсөн күп йәшелсә (ташҡабаҡ, кәбеҫтә, кишер, борос) ҡушыла, ә дөгө урынына ҡарабойҙай алына. Бешереп, татлы боросто тултырығыҙ.

Һуған, помидор (тышын алығыҙ) ҡыҙҙырып, өҫтөнә тултырылған борос һалып, һыу ҡойоп, томат пастаһы һалып әҙер булғансы бешерегеҙ.

Автор:Резеда Валиева