АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
15 Октябрь 2021, 16:36

Татлыбайҙар өлгө күрһәтә

Баймаҡ районы Татлыбай ауылының эшһөйәр халҡы ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел. Быға тиклем мәсеттең тышҡы яғын заманса материалдар менән көпләп, мәктәп бинаһы ҡыйығы яңыртып ҡуйғайнылар. Көндәр йылы торғанда... Тулыраҡ сайтта.

Татлыбайҙар өлгө күрһәтә
Татлыбайҙар өлгө күрһәтә

Баймаҡ районы Татлыбай ауылының эшһөйәр халҡы ҡул ҡаушырып ултырғандарҙан түгел: көндәр йылы торғанда ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡоймаларын яңыртыуға тотонған. Быға тиклем мәсеттең тышҡы яғын заманса материалдар менән көпләп, мәктәп бинаһы ҡыйығы яңыртып ҡуйғайнылар.

Ауыл халҡы алдағы көндәргә ҙур маҡсаттар ҡуйып йәшәй. “Ипләп кенә, ҡыҫҡа аҙымдар менән күп эштәрҙе эшләп булғанға инанабыҙ. Тормошта гел аҡ һыҙыҡтар ғына булмаған кеүек, бәләкәй генә, күңелде ҡырған хәлдәр, ваҡиғалар осрап торһа ла, күпселек ауылдаштарыбыҙҙың,  дуҫтарҙың, хужаларҙың һәр саҡ ыңғай, берҙәм, ярҙамсыл, тәүәккәл, алдынғы ҡарашлы булғаны ҡыуандыра, яңы эштәргә дәрт өҫтәй, насарлыҡҡа урын ҡалдырмай. Артабан да үҙ еребеҙҙе үҙебеҙ матурлайыҡ, рәхмәт һеҙгә,ауылдаштар!” тип яҙғандар улар бәйләнештәге ауыл сәхифәһенә.

Автор:Альфира Узянбаева