АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Октябрь 2021, 12:15

Республика көнөнә шәп бүләктәр

Оҙайлы ял көндәре әүҙем  үтәме? Кемдер тәмле-тәмле аштар бешереп яҡыдарын һыйлай, кемдер баҡса эштәренең финишына етеп килә. Ә бына Хәйбуллалар ял көндәрен приздар отоп башлаған. Шәп спортсылар тураһында сайтта уҡығыҙ.

Республика көнөнә шәп бүләктәр
Республика көнөнә шәп бүләктәр

Республика көнөнә бағышлап Хәйбулла районында еңел атлетика буйынса ярыш ойошторолдо. Йүгеректәр Аҡъяр һыуһаҡлағысынан –“Урожай” стадионына тиклемге маршрутты елеп үтте.

Ярышта  йәштәренә ҡарап туғыҙ төркөмгә бүленеп, барлығы 70 спортсы ҡатнашты. Иң өлкән йүгереккә  56 йәш булһа, иң кесеһе 8 йәшлек кенә ине. Спортсыларҙың барыһына ла - Почет грамоталары, еңеүселәргә миҙалдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Альфира Узянбаева