

Сибай китапханалар системаһының үҫмерҙәр моделле китапханаһында һәләтле йәштәр күпләп йыйыла. Әҙәбиәткә һөйөү һәм ижади яҡтан үҫешкә ынтылыу уларҙы төркөмдәргә туплай. Мәҙәни инициативалар фондынан грант отоу китапханала 4 йүнәлештә—поэзия, проза, драматургия һәм журналистикала эште киң йәйелдереү мөмкинлеге бирә. Ижади йәштәрҙе әллә ҡайҙан эҙләргә кәрәкмәй, китапханала күптән әҙәбиәт клубы уңышлы эшләп килә.
--Китапханабыҙҙа оҙаҡ йылдар әҙәби клуб уңышлы эшләп килә. Бында олоһо ла, йәше лә бергә тупланып ижади мөхиткә сума, төрлө әҫәрҙәр яҙа, —ти үҫмерҙәр моделле китапханаһы мөдире Нурия Ғәлина
Уңышҡа өлгәшкән проект “Йәш әҙәбиәтселәр акселераторы” тип атала. Бында 40 ижади урын тәҡдим ителә. Һәр йүнәлештә 10-ар кеше тупланып эш итә. Проект 5 ай дауамында тормошҡа ашырыла, ошо осорҙа 20 тапҡыр күнекмәләр үтергә тейеш. Остаздар шулай уҡ 10 шәхси кәңәшмә уҙғарырға бурыслы. Һәләтле йәштәр үҙҙәренең ижади эштәрен урында сыҡҡан “Сибайский рабочий” һәм “Атайсал” гәзиттәрендә баҫтыра ала. Эш һөҙөмтәһе булып 500 дана китап сығарыу күҙаллана. Иң уңышлы тип табылған шиғыр, хикәйә, драма, публицистик мәҡәләләр шул китапта донъя күрәсәк.