АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
8 Октябрь 2021, 11:57

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Бөгөн 160 урынлыҡ Сибай ҡалаһы госпиталендә 137 кеше коронавирус киҙеүенән дауалана. Бында Сибай ҡалаһынан тыш Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан килгән ауырыуҙарҙы ла ҡабул итәбеҙ. Был вирусты еңеү өсөн ниндәй көс кәрәклеген дауаханала эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм ауырыуҙы үткәргәндәр генә аңлата алалыр.

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!

Башҡортостан Республикаһы дауаханалары баш табиптары коронавирус инфекцияһынан һаҡлау маҡсатында 65 йәштән өлкәндәргә үҙизоляция режимын ҡабаттан индереүҙе һорап республика башлығы Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт итте. Был бигерәк тә вакцинация алмаған граждандарға ҡағыла.

Пандемия башланғандан бирле республикала барлығы 70408 кеше вирус йоҡторған. Тәүлек эсендә генә 578 ауырыу өҫтәлгән, 30 кеше вафат булған. Рәсәйҙә коронавирус барлығы 213549 кешенең ғүмерен ҡыйған. Был турала Сибай ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Буранбай улы Нәҙерғолов үҙ фекерен белдерҙе:

- Бөгөн 160 урынлыҡ Сибай ҡалаһы госпиталендә 137 кеше коронавирус киҙеүенән дауалана. Бында Сибай ҡалаһынан тыш Хәйбулла, Йылайыр, Баймаҡ райондарынан килгән ауырыуҙарҙы ла ҡабул итәбеҙ. Был вирусты еңеү өсөн ниндәй көс кәрәклеген дауаханала эшләгән хеҙмәткәрҙәр һәм ауырыуҙы үткәргәндәр генә аңлата алалыр. Быуаттар буйына килгән вирустар, төрлө ауырыуҙар тик вакцина менән генә еңелгән. Халыҡҡа әйтер һүҙем шул: вакцинациянан ҡурҡмағыҙ! Был бер ниндәй ҙә яһалма ауырыу йоҡтороу түгел. Прививка алғандар ҙа ауырый тиеүселәр бар. Уларҙың организмында вирус агрессив формала булмай. Ундайҙарға үҙ ғүмерен һаҡлау ҡалыу мөмкинлеге бар. Үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ! Барлыҡ һаҡланыу сараларын да ҡулланырға онотмағыҙ. Вакцинация үтеүегеҙҙе, прививка алырға һаулыҡ мөмкинлеге юҡ икән, үҙизоляцияла булыуығыҙҙы һорайым!

Автор:Альфира Узянбаева