АТАЙСАЛ
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Октябрь 2021, 14:28

Һыйырҙарҙа лейкоз

“Ахрызаман аяҡ аҫтында”, тип юҡҡа әйтмәйҙәрҙер. Кешелек үҙ ғүмерен коронавирус киҙеүенән һаҡлап ҡалырға тырышҡанда. Тағы ла бер бәлә. Хәҙер инде һыйырҙарҙа онкологик ауырыуҙар башланған. Нимә был? Экологик катастрофамы? Әллә инде кешелктең тирә-яҡҡа вайымһыҙ ҡарашының һөҙөмтәһеме? Тулыраҡ сайтта.

Һыйырҙарҙа лейкоз
Һыйырҙарҙа лейкоз

Башҡортостандың Ауыл хужалығын күҙәтеү идаралығы хәбәр итеүенсә, Благовещенск, Кушнарен, Бөрө, Йәрмәкәй һәм Өфө райондарында меңәрләгән һыйырҙа лейкоз ауырыуы табылған. Онкологик сирле малдар билдәләнгән территориялар әле карантинға ябылған.

Белгестәр билдәләүенсә, әлегә ауырыуҙың кешегә йоғонтоһо асыҡланмаған. Әммә вирус тиҙ мутация үтә, штамм үҙгәрә. Был осраҡта кеше һаулығына ҙур зыян килеүе бар.

 

Автор:Альфира Узянбаева