АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Октябрь 2021, 09:52

Балаларҙы ашатмаҫҡамы хәҙер?

Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы балаларҙы мәктәпкә ас килеш ебәрергә кәңәш бирҙе. Сөнки уҡыусыларҙың күбеһе ашханала тәҡдим ителгән иртәнге аштан баш тарта. Тулыраҡ сайтта.

Балаларҙы ашатмаҫҡамы хәҙер?
Балаларҙы ашатмаҫҡамы хәҙер?

Роспотребнадзорҙың балалар һәм үҫмерҙәр гигиенаһы буйынса күҙәтеү бүлеге етәксеһе Римма Әхмәтшина белдереүенсә, күп балалар мәктәптә иртәнге аштан баш тарта, сөнки улар өйҙә ашап килә. Шуға күрә уларҙы уҡырға бер стакан һөт эсереп кенә ебәрергә кәрәк.

«Мәктәптә уны иртәнге аш көтә, иртән 1-4-се класс уҡыусыһына алма йәки бер стакан һөт менән сикләнергә мөмкин, йәғни иртәнсәк яҡшылап ашамаһа ла була. Бала ас килергә һәм мәктәптә тәҡдим ителгән бөтә рационды ашарға тейеш», — тине белгес.

Балаларҙың мәктәп ашханаларында ашауҙан баш тартыуы ошоноң менән бәйлеме? Әллә башҡа проблемалар бармы? Фекерҙәр көтөп ҡалабыҙ.

Автор:Альфира Узянбаева