АТАЙСАЛ
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
6 Октябрь 2021, 15:41

КИНОАКТЕР БУЛЫУ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

Бер ваҡиға һаман да онотолмай. Айгиздең аяҡ кейеме бер аҙ ҙурыраҡ булды. Уларға машина артынан йүгерергә кәрәк ине. Көтмәгәндә ямғыр яуып, юлды бысратты ла китте. Эй, балалар йүгерә, Айгиздең тапочкаһы төшә лә ҡала. Интекте инде. Ул ваҡытта хәтәр ҡыҙғаныс булһа, хәҙер иҫкә төшөрөп көлөшөп алабыҙ. Тулыраҡ сайтта.

КИНОАКТЕР БУЛЫУ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ
КИНОАКТЕР БУЛЫУ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ

Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса «Мотор Фильм Студия» кинокомпанияһы режиссеры Александр Галибин төшөргән «Һеңлекәш» фильмын барыһы ла яратып ҡабул итте. Кино башҡорт әҙәбиәте классигы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы һәм драматургтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы 2019 йылдың 19 сентябрендә экранға сыҡты. Был фильм киң кинопрокатҡа алынған башҡорт телендәге беренсе заманса кино булараҡ ғорурлыҡ уята.

Билдәле булыуынса, «Һеңлекәш» хәрби драмаһында төп ролдәрҙе Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофеева башҡарҙы. Шуныһы ҡыуаныслы: йәш актерҙар араһында Сибай ҡалаһы Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының 5-се класс уҡыусыһы Айгиз Азаматов та булды. Ҡасандыр ҙур киноға төшәсәген күҙ алдына ла килтермәгән талантлы малай төп герой—Йәмилдең дуҫы “Рыжий” ролен башҡарҙы.

—Киноға төшөрмөн тип бер ваҡытта ла уйламаным. Кастингка башҡорт телен белгән малайҙар кәрәк тип, ул ваҡыттағы лицей директоры И.Р.Ноғаманов беҙҙең класс малайҙарын кабинетына саҡыртып алды, баш ҡаланан килгән режиссер беҙҙе видеоға төшөрҙө. Беҙ үҙебеҙ тураһында һөйләнек. Унда, әлбиттә, етди ҡабул итмәнем. Байтаҡ ваҡыт үткәс, атайыма шылтыратып мине Өфөгә саҡырҙылар. Шулай итеп барыһы ла яратып ҡабул иткән “Һеңлекәш” фильмында төшөргә насип булды,—ти Айгиз.

Әңгәмәгә әсәһе Фәнүрә Фәрит ҡыҙы ҡушылып: “Беҙ бик тулҡынландыҡ, әммә улыбыҙға күрһәтергә тырышманыҡ. Мөмкинлек булғанда, үҙен һынап ҡараһын тип, беренсе тапҡыр оҙаҡҡа фильм төшөүгә ебәрҙек. Йөрәк әрнене, әлбиттә. Тик улыбыҙың ролгә инеп китеп уйнауын, был үҙенә оҡшауын күргәс бер аҙ тынысландыҡ. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та мәлдәре булды. Ни тиһәң дә актер булыу–уйын эш түгел. Бер ваҡиға һаман да онотолмай. Айгиздең аяҡ кейеме бер аҙ ҙурыраҡ булды. Уларға машина артынан йүгерергә кәрәк ине. Көтмәгәндә ямғыр яуып, юлды бысратты ла китте. Эй, балалар йүгерә, Айгиздең тапочкаһы төшә лә ҡала. Интекте инде. Ул ваҡытта хәтәр ҡыҙғаныс булһа, хәҙер иҫкә төшөрөп көлөшөп алабыҙ. Киноны тәүге тапҡыр ҡарарға барғас, ҙур экранда Айгизде күреп, ғорурландыҡ, ҡыуандыҡ,—тине.

Теремек малай Сәнғәт мәктәбендә бейеү менән дә шөғөлләнә. Күңеле менән сәнғәткә тартылған Айгиздән: “Киләсәктә, моғайын, актер булырға хыялланаһыңдыр?”—тип һорайым.

—Юҡ, актер булырға теләгем уянманы. Әммә операторлыҡ эше менән бик ныҡ ҡыҙыҡһындым. Уларҙың эше оҡшаны. Киләсәктә, бәлки, киноға төшөрөүсе һөнәрен һайлармын,—тип алдағы көндәргә ҡорған пландары менән бүлеште йәш актер.

Киләсәктә һин төшөргән кинофильмдарҙы ҡарап, ғорурланып ултырырға яҙһын, Айгиз!

 

Автор:Альфира Узянбаева