Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
1 Октябрь 2021, 14:36

Таба икмәге

Ҡоймаҡ ҡойорға һәр беребеҙ ярата. Ваҡыт ҡына булһын. Ә бына телде йоторлоҡ таба икмәген бешереп ҡарағанығыҙ бармы? Табағыҙҙы ҡыҙҙырырға ҡуйығыҙ ҙа, тиҙ генә рецебын үҙегеҙгә күсереп алығыҙ!

Таба икмәге
Таба икмәге

1 литр һөттө ҡайнатып, бер аҙ һыуытабыҙ. Уға 3-4 йомортҡаны айырым һауытҡа һалып туғап ҡушабыҙ. 1 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы, 2 сәй ҡалағы шәкәр өҫтәйбеҙ.

Он һалып ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр әҙерләйбеҙ. 1 сәй ҡалағы сода һалып яҡшылап болғатабыҙ һәм ҡоймаҡ кеүек ҡойоп бешерә лә башлайбыҙ. Бешерер алдынан табаны бер тапҡыр ғына майлайбыҙ. Бешереп алғас таба икмәген аҡ май, йә ҡаҙ майы менән майлап табынға ултыртабыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Автор:Альфира Узянбаева