

Сәй эсеп ултырабыҙ ҙа, ҡәйнәм пырх итеп көлөп ебәрҙе.
“Ҡайның менән бер айырышҡан саҡ иҫкә төштө,”-ти көлә-көлә. “Ул да смена менән эшләй, мин дә. Ул көндөҙ эшләп ҡайтһа, мин төнгөгә. Бер көн эй көтәм, эй көтәм, юҡ бит был. Йән көйгән, асыу ҡабарған. Эшкә китер алдынан ҡайныңдың кейемдәрен сумаҙанға тултырҙым да, подъездға сығарып ишеккә терәп ултыртып киттем.
Төнгө сменан иртән ҡайтһам сумаҙан урынынан да шылмаған. Нисек бар шулай ултыра. Эй, аптыраным. Берәү ҙә инмәгән дә, сыҡмаған. Өйҙә бит балалар бар етмәһә. Күңел бер аҙ шомлана төштө. Ҡайтмаған бит был тип әрләйем. Ни өсөндөр сумаҙанды асып ҡарарға булдым. Асһааам.... Минең кейемдәрем тултырыулы тора. Бына шулай, 12 сәғәткә генә айырылышып, “Эээй, бабай,”- тип ҡояштай йылмайып сумаҙанды тотоп ҡайтып индем.”
Ҡәйнәм менән ҡайным Урал һәм Венера Үҙәнбаевтар инде 43 йыл бергә татыу ғүмер итәләр. Өс ул тәрбиәләп уҫтергәндәр. Бөгөн биш ейәндең, бер ейәнсәрҙең яратҡан олатай-өләсәйе улар. Һәр ғаилә байрамына ҡәҙерлеләребеҙҙең йортонда табын артына йыйылыу матур йолаға әүерелде. Ололар көнө уңайынан яҡындарыбыҙҙы тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ғүмер көҙөгөҙ тик ҡыуаныс-шатлыҡтарға ғына күмелеп үтһен!