АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 13:36

«ҮГӘЙ ҠЫҘ»ҘЫ КЕСКӘЙҘӘР ОҠШАТТЫ

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сығышын тамашасылар һәр саҡ көтөп ала, тиһәк һис тә арттырыу булмаҫ. Был сәхнәлә сығарылған спектаклдәрҙе ололар ҙа, йәштәр ҙә, хатта кескәйҙәр ҙә үҙ итә.Әле яңыраҡ ҡына улар яҙыусы А.Әхмәтовтың пьеса-әкиәтенә таянып әҙерләнгән “Үгәй ҡыҙ” пермьераһын күрһәтте.

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сығышын тамашасылар һәр саҡ көтөп ала, тиһәк һис тә арттырыу булмаҫ. Был сәхнәлә сығарылған спектаклдәрҙе ололар ҙа, йәштәр ҙә, хатта кескәйҙәр ҙә үҙ итә.
Әле яңыраҡ ҡына улар яҙыусы А.Әхмәтовтың пьеса-әкиәтенә таянып әҙерләнгән “Үгәй ҡыҙ” пермьераһын күрһәтте. Был тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе Тыуған ил мәҙәниәте”—“Бәләкәй ҡалалар театры” проектына ярашлы сәхнәләштерелгән. Ҡуйыусы режиссеры—Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Д.Ғәлимов, рәссамы З.Нурғәлиева булһа, музыкаль яҡтан биҙәүсе композитор—Ю.Үҙәнбаев, балетмейстер—Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Э.В.Аҡназарова.
Ҡалабыҙҙың башланғыс класс уҡыусылары “Үгәй ҡыҙ”ҙың тәүге тамашасылары булды. Улар Туйбикәнең (З.Хафизова) иҫәрлегенән, ялҡаулығынан көлһә, Сәлимәнең (Н.Мәзитова) уңғанлығына, аҡыллылығына һоҡланды. Үгәй әсә Орҡоя (Ә.Йосопова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы) йәш тамашасылар күңелендә кире тойғолар ғына ҡалдырҙы. Бары тик байлыҡ артынан ғына ҡыуған, Туйбикәһен һәм үҙен генә ҡайғыртыусы хаҡында башҡа нимә уйларға мөмкин? Әкиәттә изгелек менән яуызлыҡ, ялҡаулыҡ менән уңғанлыҡ йәнәш бара. Һәр әкиәттәге кеүек бында ла яҡшылыҡ тантана итә. Кешенең рәхмәте изгелек булып, ә насар эштәре яуызлыҡ булып кире әйләнеп ҡайтыуы тамашала асыҡ сағыла. Спектакль барышында балалар менән актерҙар араһында йәнле аралашыу ҙа булды. Был бәләкәстәрҙе театрға ылыҡтырыуҙың отошло аҙымы.
Фәһемле, күркәм был тамашаны теләгән һәр кем килеп ҡарай ала, ул кескәйҙәрҙе генә түгел, өлкән быуынды ла битараф ҡалдырмай.
Нәжиә Низамова.