АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 00:32

Участкалар ябылырҙан бер сәғәт элек республиканың ҡайһы бер райондарында килеү 94,5% етте

Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше йәки һайлаусыларҙың 65,4 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда киске сәғәт 8-гә 1 миллион 992 мең 654 кеше йәки һайлаусыларҙың 65,4 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.
Өфөлә киске сәғәт 8-гә килеү 59,55% тәшкил итте, Башҡортостандың ҡала округтары буйынса дөйөм алғанда — 57,76%. Килеү күрһәткесе буйынса рекорд ҡуйыусылар — Сибай (73,64%) һәм Күмертау (70,94%).
Райондар араһында әүҙемлек буйынса лидерҙар — Тәтешле (һайлаусыларҙың 94,53%), Салауат (91%), Ҡариҙел (87,87%) райондары.
«Киске сәғәт 9-ҙа республикала һайлау тамамланды, Башҡортостан биләмәһендә бөтә участкалар ябылды һәм тиҙҙән участка һайлау комиссиялары ағзалары тауыштарҙы иҫәпләй башлай», — тине Марина Долматова.
ӨФӨ, 2019 йыл, 8 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.