Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында ла һайлау эштәре гөрләй. Был ауылдың әүҙемлеге менән айырылып торған халҡы һайлауҙа дәррәү ҡатнаша.
"Дарман" йыр ансамбле һәм "Хәтирә" фольклор ансамбле солистары сараға йәм өҫтәп сағыу-сағыу кейемдәрҙә бергәләшеп килгән. Мәктәп коллективы ла дәррәү генә һайлауға ҡушылған.
Бөтә ғаиләләре менән тауыш бирергә килеүселәр ҙә етәрлек. Оло йәштәгеләр ҙә һайлауҙан ситтә ҡалмаған.