Бөтә яңылыҡтар
9 Сентябрь 2019, 09:48

Һайлау һөҙөмтәләре

90,71 % бюллетендәр ҡаралғандан һуң, ниндәй һөҙөмтәләр бар?

Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров, 90,71% бюллетендәрҙе эшкәрткәндән һуң, беренсе урында бара. ТАСС мәғлүммәттәренә ҡарағанда, республика етәксеһе һайлаусыларҙың 81,97% тауышын йыйған.
Икенсе урында КПРФ партияһынан Юнир Ҡотлоғужин 6,87% тауыш йыйған. Артабан ЛДПР-ҙан Иван Сухарев (4,62%), «Яблоко»нан Зөлфиә Ғайсина (1,51%), «Справедливая Россия»нан Юрий Игнатьев (1,23%), «Патриоты России»нан Рәфис Ҡадыров (1,1%), «Гражданская сила» партияһынан Владимир Барабаш һәм «Российская партия пенсионеров за справедливость» партияһынан Владимир Кобзев (0,82%).
«Башинформ»дың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 8 сентябрь республика халҡының 70,35%-ы һайлауҙарға килгән.
http://www.bashinform.ru/news/1351433-v-bashkirii-yavka-na-vyborakh-sostavila-70/