Сибай ҡалаһының медицина колледжында урынлашҡан 639-сы һайлау участкаһына ингән ерҙә үк буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре һәр һайлаусының ауырлығын үлсәп, ҡан баҫымын тикшереп ҡаршы алды. Участкала тауыш биреүселәр сиратҡа теҙелгән: олоһо ла, йәше лә республикабыҙ Башлығын һайлауға етди ҡарағаны күренә. Тәмле ризыҡ еҫе аңҡыған буфетҡа инмәй сыҡмайҙар. Бында йәнең теләгән тәмлекәстәр һатып алырға мөмкин.