Бөтә яңылыҡтар
1 Август 2019, 15:56

Үҙ тауышыбыҙҙы бирәйек!

2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ. Унда барлығы 8 кандидат ҡатнаша. Кем өсөн тауыш бирергә—быныһын һәр кем үҙе шәхсән хәл итә. Ә бына тауыш биреү көнөндә ҡырҙа эштә, йә Башҡортостандан ситтә булһағыҙ, нимә эшләргә

2019 йылдың 8 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлайбыҙ. Унда барлығы 8 кандидат ҡатнаша. Кем өсөн тауыш бирергә—быныһын һәр кем үҙе шәхсән хәл итә. Ә бына тауыш биреү көнөндә ҡырҙа эштә, йә Башҡортостандан ситтә булһағыҙ, нимә эшләргә?
Башҡортостан Башлығы һайлауҙа граждандар үҙҙәре барған ерҙә, иҫәптән төшөү таныҡлыҡтары алмайынса тауыш бирә аласаҡ. Рәсәй граждандары өсөн бындай мөмкинлек 2017 йылда барлыҡҡа килде. Тик һайлауға тиклем 45 көндән дә иртәрәк түгел һәм 5 көндән дә һуңламайынса яҡындағы территориаль һайлау комиссияһына ғариза бирергә кәрәк. Граждандарға уңайлы булһын өсөн ғаризаларҙы күп функциялы үҙәктәрҙә һәм "Дәүләт хеҙмәттәре” ("Госуслуги”) порталында ла ҡабул итәләр.
Әгәр һеҙ һайлау көнөндә үҙ һайлау участкағыҙҙан ситтә буласағығыҙҙы һайлауға дүрт көн ҡалғас йәки унан да һуңыраҡ белһәгеҙ, үҙегеҙ теркәлгән урындағы участка һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ, унда барған ерегеҙҙә нисек тауыш бирергә икәнен аңлатырҙар.