Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2019, 11:26

Театр көнөн бергәләп билдәләйек!

27 март көнө Халыҡ-ара театр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙә йыл да «Театр көнө» уҙғарыла.Ил күләмендә абруй яулаған был акция сиктәрендә йөҙләгән сара ойошторола: театрҙар буйлап эскскурсия, бушлай спектаклдәр, ижади кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре, актерҙар һәм режиссерҙар менән осрашыуҙар. Быйыл—Театр йылында улар тағы ла сағыуыраҡ булмаҡсы.

27 март көнө Халыҡ-ара театр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Рәсәйҙә йыл да «Театр көнө» уҙғарыла.
Ил күләмендә абруй яулаған был акция сиктәрендә йөҙләгән сара ойошторола: театрҙар буйлап эскскурсия, бушлай спектаклдәр, ижади кисәләр, оҫталыҡ дәрестәре, актерҙар һәм режиссерҙар менән осрашыуҙар. Быйыл—Театр йылында улар тағы ла сағыуыраҡ булмаҡсы.
А.Мөбәрәков исемендәге Сибай баш-ҡорт дәүләт драма театрында нимәләр буласаҡ? Быйылғы йылда беҙҙең мәҙәни усаҡ тамашасылар иғтибарын театрға йә- леп итеүҙе маҡсат иткән «Мәҙәни минимум» Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатанаша- саҡ. Был сара йәш быуындың рухи байлығы һәм интеллектуаль үҫешендә сағылыш табыр, уларға традицияларыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау кәрәклеген төшөн-дөрөр, тип ышанабыҙ.
Акция сиктәрендә үткәреләсәк программаларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ. 27 март көнө 18.00 сәғәттән 19.00 сәғәткә тиклем театр музейына экскурсия ойошторола, театр актерҙары менән осрашыу үткәрелә, ошонда уҡ актерҙар менән фотоға төшөргә мөмкин. 19.00-21.00 сәғәттәрҙә һеҙ Мостай Кәримдең әҫәре буйынса режиссер А.Йыһаншин сәхнәләштергән «Ҡыҙ урлау» музыкаль комедияһын ҡарай алаһығыҙ. Әҙиптең тыуыуына 100 йыл уңайынан сәхнәләгә сығарылған спекталь «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» проекты сиктәрендә әҙерләнде. Тамаша бушлай, тик алдан бушлай билет алыуҙы 2-25-00 телефон һандары аша хәстәрләргә кәрәк.
Гөлсәсәк Теләүсина,
театрҙың әҙәби бүлек мөдире.