+13 °С
Ясно
1 сентябрь кисендә Баймаҡ районының Калинин ауылында шәхси йорттарҙың береһендә газ ҡатнашмаһы шартлаған.
Бәхетһеҙ хәл арҡаһында 75 йәшлек ир менән 65 йәшлек ҡатын төрлө дәрәжәләге йәрәхәттәр алған. Уларҙы ашығыс рәүештә Сибай үҙәк ҡала дауауханаһының хирургия бүлегенә оҙатҡандар.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә газ ҡорамалдарын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу сәбәпсе булған. Урынға янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға тура килмәгән. Хәҙерге ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтишсеһе ваҡиғаның нескәлектәрен асыҡлай.