

-Һеҙ минең улымды ла, ғүмеремде лә ҡотҡарҙығыҙ, ул булмаһа, мин дә йәшәй алмаҫ инем,--тип рәхмәттәр уҡый баланың әсәһе, социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, ҡотҡарыусыларға рәхмәт әйтеп.
Бала ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡалған саҡта, үҙ көстәренә ышанып, һәләкәткә тарыусыны ҡотҡарырға ташланған Динислам менән Диләнең ҡылған изге эше ҙур ҡыйыулыҡ. Уларҙың был батырлығы юғары наградаға лайыҡ!
Ялдарҙа 11 кеше һәләк булған, шул иҫәптән 1 бала
Июль аҙағында республиканың һыу ятҡылыҡтарында 13 фажиғәле осраҡ теркәлгән, уларҙа 11 кеше, шул иҫәптән бер бала һәләк булған. Ике кешене ҡотҡарып өлгөргәндәр, уларҙың береһе--бала. Һыу инеү миҙгеле башланған алып 60-ҡа яҡын кеше батып үлгән.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һыу инеү ҡағиҙәләрен көн һайын иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, кешеләр йыһазландырылмаған урындарҙа һыу инеүен дауам итә. Талаптарҙы инҡар итеү үлемесле фажиғәғә килтерә лә инде.
Ә иҫкәрмәләр ябай: иҫерек килеш һыуға инмәгеҙ; балаларҙы һыу янында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ; ҡотҡарыусылар дежур иткән һәм рөхсәт ителгән урындарҙа һыуға төшөгөҙ.
Ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу өсөн берҙәм телефон--112.
Гөлдәр Ҡадаева әҙерләне.