Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
3 Февраль , 17:05

Ҡотороу сире ҡотора

Баймаҡ районы Янғаҙы, Беренсе Этҡол, һәмән ауылдарында ҡотороу сире теркәлгән

Ҡотороу сире ҡотора
Ҡотороу сире ҡотора


Рәсәй Федерацияһының күпселек субъекттарында, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы территорияһында йорт һәм ауыл хужалығы малдары ҡатнашлығында ҡырағай мөхиттә ҡотороу вирусы даими циркуляциялана.
Дөйөм алғанда, 2025 йылдан алып Рәсәйҙә кешеләрҙең ҡотороуға шикле хайуандар менән бәйләнеше осраҡтары йышайған. Шулай уҡ ҡотороу ауырыуы менән сирле хайуандар һаны арта: ҡырағай хайуандар араһында—47%, йорт хайуандары араһында—40%, ауыл хужалығы малдары араһында—13%.
Беҙҙең илдә 2010 йылдан ауыл хужалығы малдарын, ә 2012 йылдан йорт хайуандарын (эттәр һәм бесәйҙәр) вакцинациялау индерелгән.
Ҡотороу ауырыуы (гидрофобия, һыуҙан ҡурҡыу)—сирле хайуан тешләгәндән һуң барлыҡҡа килгән, нервы системаһы ныҡ зарарланған һәм, ҡағиҙә булараҡ, үлем менән тамамланған вируслы ауырыу. Бөтә һөтимәрҙәр, шул иҫәптән кеше лә, ҡотороу ауырыуынан яфалана. Ауырыу хайуандарҙың тешләүенән, сапсыуынан, төкөрөгөнән, шулай уҡ зарарланған төкөрөк менән бысранған әйберҙәрҙән йоға.
Ҡотороу вирусы үҙәк нервы системаһының ҡаҡшатып, 100% үлемгә килтереүе менән үтә лә хәүефле. Дауа саралары юҡ, бары тик тиҙ арала вакцинация ярҙамында әүҙем иммунитет тыуҙырырға мөмкин.
Сибай ҡалаһы ҡала округы буйынса 2025 йылда 16 кешене эт һәм бесәй тешләү осрағы теркәлгән. Ветеринария һәм медицина хеҙмәттәре кешеләр ҡотороу ауырыуын йоҡтормаһын өсөн һәр яҡлап хәстәрлек күрә.
Баймаҡ районында кешеләрҙең шикле хайуандар менән контактта булыуына бәйле 26 тапҡыр осраҡ теркәлде. Хайуандар ауырый башлағанға тиклем 10 көн алда төкөрөгөндә сир йөрөтә. Тәү ҡарашҡа ғәҙәти күренгән хайуан да хәүефле булыуы бик ихтимал. Шуға тешләнгән, сапсылған саҡта табиптарға мөрәжәғәт итмәй ҡалырға ярамай. Ауырыуҙың инкубация осоро кешелә күп факторҙарға бәйле: йоҡтороу юлы, тешләү урыны, яраның ҙурлығы һәм тәрәнлеге, кешенең йәше, ауырлығы һәм башҡалар. Ҡотороуҙың тәүге билдәләре йоҡтороуҙан һуң 7-10 көн үткәс йәки бер нисә айҙан һуң (бер йылға тиклем) барлыҡҡа килергә мөмкин. Иң ҡурҡынысы—тешләнгән баш, муйын, ҡул. Тәндең был урындарынан ҡотороу вирусы нервы системаһына күпкә тиҙерәк үтеп инә һәм ауырыуҙың симптомдарын иртәрәк барлыҡҡа килтерә. Ауыл хужалығы һәм йорт хайуандары араһында инфекцион ауырыуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында дәүләт ветеринария хеҙмәте тарафынан хайуандарҙы маркировкалау юлы менән индивидуаль иҫәпкә алыу үткәрелә (биркалау, тире аҫты чибын индереү). Ҡотороуға ҡаршы вакцинацияны тулыһынса үтәү мөһим. Мәҫәлән, 2025 йылда Сибай ҡалаһы биләмәһендә 708 баш атҡа, 1580 эре һәм 782 ваҡ мөгөҙлө малға, 672 эткә һәм 362 бесәйгә вакцинация үткәрелгән. Әммә ҡайһы берәүҙәр йорт хайуандарына уны әле лә эшләтмәгән. Был йорт хужаларының яуапһыҙлығы менән бәйле. Улар бесәй һәм эттәрен ветеринарҙарға күрһәтмәй һәм вакцинациялауҙы кәрәк тип тапмай. Был, үҙ сиратында, сирҙең таралыу ҡурҡынысы тыуҙыра.
Һәр кемдең тиерлек ҡотороу ауырыуы йоҡтороу хәүефе бар, шуға күрә ҡотороуҙан ҡотолорға ярҙам иткән төп ҡағиҙәләрҙе белергә кәрәк:
1. Ҡырағай хайуандар менән контактҡа инеүҙән ҡасығыҙ, сит хайуандарға теймәгеҙ;
2. Урамда, шоссе юлдары буйында, баҡса участкаларында йәки урманда хайуандарҙы ҡулдан һатып алмағыҙ;
3. Билдәһеҙ хайуан менән контакт булһа, ашығыс рәүештә дауалау-профилактика ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ;
4. Йылына бер тапҡыр мотлаҡ рәүештә бөтә эттәрегеҙгә һәм бесәйҙәрегеҙгә прививка эшләтегеҙ;
5.Ауыл хужалығы малдарында ҡотороу ауырыуына ҡаршы иммунизация үткәрегеҙ;
6. Хайуандың ҡылығы шик тыуҙырһа, ашығыс рәүештә ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ һәм был хайуанды изоляциялағыҙ;
7. Йортҡа кимереүселәрҙең килеүенә юл ҡуймағыҙ.
Әгәр һеҙҙең хайуан кешене тешләһә, ҡасмағыҙ, ә зыян күреүсегә адресығыҙҙы хәбәр итегеҙ һәм дәүләт ветеринария хеҙмәтенә эт йәки бесәйегеҙҙе алып килегеҙ. Хайуанды күҙәтеү 10 көн дауам итә. Хайуандың хужаһы тулы административ яуаплылыҡта була, ә зыян күреүсе ауыр йәрәхәтләнһә йә үлһә, ул енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Хайуандарҙың тешләүе ғүмер өсөн хәүефле. Әгәр был хәл булһа, яраны, сапсылған урындарҙы мөмкин тиклем тиҙерәк һабынлы һыу ағымы (йәки теләһә ниндәй йыуыныу сараһы) аҫтында йыуығыҙ, яраның ситтәрен 70°-лы спирт йәки йод төнәтмәһе менән эшкәртегеҙ, стерилләнгән бинт һалығыҙ. Һәм сиргә прививкалар курсын үткәреү өсөн табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Сибай ҡалаһы ветеринария хеҙмәте Энгельс урамы, 30 адресында урынлашҡан. Тел. 834775 5-79-07).


Рәил Әбүбәкиров, Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы ветеринария станцияһы начальнигы.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас