Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
19 Декабрь 2025, 09:00

Социаль фонд хеҙмәткәре код һорамай

Мутлашыусылар Рәсәй граждандарын алдауға яңы схема уйлап табып ҡына тора. Һуңғы арала улар үҙҙәрен социаль фонд хеҙмәткәре итеп танытып, тиҙ ышаныусын кешеләргә иҫәпкә алынмаған хеҙмәт стажы асыҡланыуын һәм пенсия арттырыу мөмкинлеге барлығын белгертә. Улар тоҙағына башлыса оло йәштәгеләр эләгә. Стажды ҡаратып, пенсияны арттырырға теләк белдерһәләр телефон аша ғариза бирергә тәҡдим итәләр. Идентификация өсөн SMS-хәбәр аша килгән кодты әйтергә ҡушалар. Кодты белеү менән «Госуслуги» порталы аккаунтына, банк ҡушымтаһына юл асып алып, иҫәптән аҡса урлайҙар, йә шул кеше исеменә кредит юллайҙар.

 

Шуға иғтибар йүнәлтегеҙ: Социаль фонд хеҙмәткәрҙәре шылтыратып ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн SMS-хәбәр аша килгән кодты әйтеүҙе бер ваҡытта ла һорамай.

Әгәр ҙә һеҙгә был хаҡта хәбәр итәләр икән, телефондан һөйләшеүҙе туҡтатығыҙ!

Әҙилә Мырҙағолова, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлеге оперуполномоченныйы, полиции лейтенанты

Автор: Гульдар Кадаева
Читайте нас