Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
30 Ноябрь 2025, 18:15

Ҡолон

Бер саҡ, яҙғы ташҡын ваҡытында, йылға аҫтындағы суйыр таштарға ла, бер-береһенә лә ҡаҡлығып, әллә ниндәй сәйер тауыштар сығарып боҙ китә башлаған мәлдә, өс-дүрт аҙналыҡ ҡына ҡолон Инйәргә төшөп киткән. Ҡолондоң төшөүе булған, артынан бейә ырғыған. Халыҡ шаулашып яр буйына йыйыла башлағанда, мин мәктәптән эштән ҡайтып килә инем. Яр текә. Ағым көслө. Эре-эре боҙҙар бер яҡтан кешеләрҙе, икенсе яҡтан ҡолон менән бейәне ярға яҡын ебәрмәй.

Ҡолон
Ҡолон

Яр ҙа ишелеп төшөрҙәй генә. Бейә үҙе һыуҙың ташҡын яғынан йөҙә, ҡолонон томшоғо менән ярға табан этәргән була. Ҡолонҡайҙың башы саҡ-саҡ күренеп ҡала, алыҫтан тырпайып ике ҡолаҡ ҡына күҙгә салына. Яр буйлап тағы бер ат ярһып сабып үтеп китте. Ни эшләп ҡотҡарышмайһығыҙ, тигән кеүек тойолдо уның ҡарашы. Ат күҙендә йәш күргәнем юҡ ине. Әле уның күҙендә йәш сағылып ҡалғандай булды. Шаулашҡан-сыулашҡан халыҡты ярға яҡын ебәрмәйҙәр, ҡолондо ҡурҡытып ҡуймағыҙ, тиҙәр. Ә егеттәр Инйәрҙең һөҙәк яры яғына йүгерҙе. Ҡатындар ҡолондо йәлләй, иҫән ҡалырына ышанмай ҙа башланылар. Бына бер саҡ, байтаҡ араны үтеп, бейә менән ҡолон ярҙың һөҙәк еренә килеп етте. Егеттәр боҙҙан боҙға һикереп, ҡолонҡайҙың ҡолағынан эләктереп өлгөрҙөләр ҙә, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһен һәм ҡолондо тартып та сығарҙылар. Ирҙәр ҡолон менән бейә өҫтөнә толоп ябындыра һалдылар, ашыҡтырып ҡаршылағы өйгә алып инеп киттеләр. Бейәһен дә, ҡолонон да араҡы менән ыуып, йылындырып ҡотҡарып ҡалғандар. Яр буйынан улар өсөн көйөп-янып сабыулап йөрөгән бейә тегеләрен сығарғанды ҡапҡа төбөнән китмәй көтөп алған.
Әсәлек тойғоһо ниндәй ғәжәп! Балаһы өсөн утҡа ла инә, һыуға ла ташлана. «Үҙ бауырым» тигән тойғо аңға тәбиғәттән ук һалына. Ҡолонон ҡотҡарырға тип боҙло һыуға ташланған инә бейә... Уның хәүефен аңлап, кешеләрҙән ярҙам һорағандай, яр буйлап сабыулап йөрөгән икенсе бейә... Мин башта айғыр шулай сабып йөрөймө икән, тип уйлағайным. Ә ул күршеләренең бейәһе булып сыҡҡан.
Ҡанға һалынған әсәлек тойғоһо ниндәй көслө! Ҡан аша күскән башҡа холоҡ-фиғел дә, ҡылыҡ-ғәҙәт тә шулай көслө буламы икән?

 

Мәрйәм Бураҡаеваның "АРҒЫМАҠ" китабынан.

 

Фото интернеттағы асыҡ сығанаҡтан.

Автор: Резеда Валиева
Читайте нас