Ғәҙәттән тыш хәл
3 Июля 2025, 06:05

Сәскәгә алданмағыҙ!

  Һаҡ булығыҙ: ят кешенән сәскә алмағыҙ! Мутлыҡтың яңы төрө--«Һеҙҙең өсөн гөлләмәгә заказ бирелгән» Мутлыҡ ҡылыусылар кешегә тиҙ ышанып барыусан граждандарҙы сәскә ярҙамында оҫта алдарға өйрәнеп алды. Схема түбәндәгесә эшләй: мәкерле уйлы кеше ҡорбанына шылтыратып, үҙен сәскә магазины һатыусыһы итеп таныта. Ул һеҙҙең исемегеҙгә билдәһеҙ булып ҡалырға теләүсе гөлләмәгә заказ яһауын белгертә. Һөҙөмтәлә сәскә магазинының “ялған” һатыусыһы һеҙгә килгән смс-хәбәрҙәге кодты әйтеүегеҙҙе үтенә. Кодты әйтеү “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына инеүгә юл аса.

Сәскәгә алданмағыҙ!Сәскәгә алданмағыҙ!
Сәскәгә алданмағыҙ!

 

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: таныш түгел кеше шылтыратып, үҙен кем тип кенә танытмаһын, смс-хәбәр менән ебәрелгән кодты әйтмәгеҙ. Шулай уҡ үҙегеҙҙең шәхси белешмәләрегеҙҙе лә берәүгә лә бирмәгеҙ.

Аделя Мырҙағолова, полиция хеҙмәткәре.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас