АТАЙСАЛ
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Ғәҙәттән тыш хәл
23 Ғинуар 2025, 07:50

Иғтибар! Мутлашыусылар әүҙемләшә!

Нефтекамала мутлашыусылар 28 йәшлек егетте туғанының телеграмдағы аккаунтынан «Был видеола һинме ул?» тигән яңы схема буйынса алдаған. Ул видеоны асҡан, ләкин ҡара һүрәттән башҡа бер ни ҙә күренмәгән. Шунан ул туғанына шылтыратҡан. Асыҡланыуынса, мутлашыусылар уның аккаунтын емергән. Тиҙҙән яҡташыбыҙға «Дәүләт хеҙмәттәре» порталынан шәхси кабинетҡа инеү, һуңынан банктарҙан кредитты хуплау һәм аҡсаның иҫәптән алыу тураһында хәбәрҙәр килә башлаған.

Иғтибар! Мутлашыусылар әүҙемләшә!Иғтибар! Мутлашыусылар әүҙемләшә!
Иғтибар! Мутлашыусылар әүҙемләшә!

Енәйәтселәр вируслы файл ебәргән булған. Ул егеттең бөтә ҡушымталарына ла инеү мөмкинлеген асҡан. Әле полиция хеҙмәткәрҙәре ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау буйынса саралар алып бара.

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас