АТАЙСАЛ
+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Һыу инеү миҙгеле башланғандан алып республикала 25 кеше батып үлгән

ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

1 июндә һыу инеү миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда 25 кешенең: 21 ир-егет, 3 ҡатын-ҡыҙ һәм 1 үҫмерҙең үле кәүҙәһен тапҡандар. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 19 июндә ҡотҡарыусылар Ҡариҙел районының Ҡараяр ауылы янындағы Йүрүҙән йылғаһында 40 йәшлек ирҙең мәйетен тапҡан. Ул эскән килеш ҡулдан яһалған моторлы кәмәлә йылғала йөҙөп йөрөгәндә һыуға ҡолаған. Шул уҡ көндә Дүртөйлөлә Ағиҙел йылғаһы карьерында 44 йәшлек ҡатын батҡан. Шишмә районындағы Ҡалмаш йылғаһында бер ирҙең кәүҙәһе табылған, уның шәхесе асыҡлана.

20 июндә Мәләүездәге карьерҙа 26 йәшлек ир батып үлгән. Ул эскән булған.

Әлеге осраҡтар буйынса оператив-тикшереү саралары уҙғарыла, тип билдәләнеләр ведомствола.

https://www.bashinform.ru/news/law/2024-06-20/v-bashkirii-s-nachala-kupalnogo-sezona-v-vode-pogibli-25-chelovek-3815967

Автор: