Йәй йылы көндәре һәм һыу инеү миҙгеле асылыу менән дә бик матур осор. Тик һыу инеү ҡайһы ваҡыт һәләкәт менән дә тамамланып ҡуя: хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙғандарҙың батыуы ихтимал. Ял көндәрендә генә ҡалабыҙ пляжында ике ирҙең һыу төбөнә китеүе генә лә һыу инеү айырым тәртип талап итеүен иҫбатлай.
Сибайҙа һыу инеү өсөн бер генә урын бар – ул Төйәләҫ йылғаһындағы ҡала пляжы. Бында һыу инеү, рәхәтләнеп ял итеү, ҡыҙыныу өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Шулай уҡ ҡотҡарыусылар ҙа беркетелгән, йылға төбө яҡшы итеп таҙартылған.
Һыу буйҙарына балаларҙы яңғыҙ ебәрергә ярамай. Сөнки, ҡыҙҙар-малайҙар һыу инеү хәүефһеҙлеге техникаһын күп осраҡта белмәй. Эҫегә түҙмәй, ҡапыл һыуға төшөүҙән тәндәре йырылып, өйәнәк тотоуы ла ихтимал
Һыу инеү рәхәтлек килтерһен, ял булһын өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ. Ҡотҡарыу хеҙмәте белгестәре балаларҙы һыу буйҙарын яңғыҙ ебәрмәҫкә, һыу буйына ҡуша барғанда ла уның тәрәнгә китмәүен, суммауын ҡарап тороға кәңәш итә.