Бөтә яңылыҡтар

Алдаҡсыларҙы нисек танырға?

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә Ф.исемле гражданин мөрәжәғәт итте. Ир-егет «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Виктория исемле ҡыҙ менән танышҡан. Ул ҡунаҡҡа киләсәген һәм юлына аҡса күсереүен һораған. Алдаҡ юл менән ир-егттең 220000 һум аҡсаһын һалдырып алған. 

Алдаҡсыларҙы нисек танырға?
Алдаҡсыларҙы нисек танырға?

Танышыу сервистарында мутлашыусыларҙы һәм алдаҡсыларҙы нисек айырырға?

Танышыу сайтында буласаҡ кейәү һәм кәләште осратырға мөмкин. Әммә адекват булмаған йәргә, мутлашыусыға йә булмаһа яһалма аккаунтҡа тарыуың да ихтимал.

Танышыу сайттарында мутлашыусылар нисек эшләй?

Уңышлы риелторҙар, инвесторҙар, криптоинвесторҙар—потенциаль ҡорбанды тоҙаҡҡа эләктереү өсөн алдаҡсылар ниндәй генә битлек кеймәй! Улар социаль селтәрҙәрҙе, телеграмм-каналдарҙы ғына түгел, күптән инде онлайн-танышыу сервистарын да баҫып алды.

Нисек тә байыуҙы маҡсат итеп ҡуйыусылар кешеләрҙән шәхси йәки финанс мәғлүмәт алып, үҙ файҙаһына ҡуллана. Улар башлыса икенсе ҡаланан осрашыуға килергә теләгән ҡыҙға йәки егеткә юлына аҡса ебәреүҙәрен һорай.

Мутлыҡ ҡылыусыларҙың насар ғәмәлдәрен ябай ҡағиҙәләр үтәп киҫәтеп була.

Иң беренсе таныш булмаған кешеләр ебәргән шикле һылтанмалар аша үтмәгеҙ. Мессенджерҙарығыҙҙа рәсми сығанаҡтарҙа тикшерелгән ҡушымталарҙы ғына ҡулланығыҙ. Үҙегеҙ хаҡында профилегеҙҙә һәм яҙышҡанда күп мәғлүмәт бирмәгеҙ.

Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенә Ф.исемле гражданин мөрәжәғәт итте. Ир-егет «Бәйләнештә» социаль селтәрендә Виктория исемле ҡыҙ менән танышҡан. Ул ҡунаҡҡа киләсәген һәм юлына аҡса күсереүен һораған. Алдаҡ юл менән ир-егттең 220000 һум аҡсаһын һалдырып алған. Был мутлыҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Артур Илбулов, Рәсәй эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса уголовный розыск бүлегенең оперуполномоченныйы, полицияның өлкән лейтенанты.

фото интернеттан

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: