Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
23 Апрель , 19:10

Һаҡмар буйында бала юғалған

Хәйбулла районының Йәнтеш ауылындағы Һаҡмар йылғаһының үрге кисеүендә бәләкәй бала юғалған.Был хаҡта республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетына бер ҡатын шылтыратып, йылға буйында йөрөгән малайҙың юҡҡа сығыуын белгертә.

Һаҡмар буйында бала юғалған
Һаҡмар буйында бала юғалған

Йәнтеш ауылының имам-хатибы Ғәле хәҙрәт Ултыраҡов ауылдаштар чатында йәштештәрҙе тиҙ генә йылға буйына барып, баланы эҙләшергә саҡыра. Билдәле булыуынса, Һаҡмар буйына ял итергә килеүселәр йәш балаһын юғалтҡан. Сабый яр буйында ла күренмәй, һыу эсендә лә булмай. Йылға яҙғы ташҡындан һуң мул һыулы, ағым да бик көслө була.

Йәнтеш халҡы йылға буйына әүҙем сығып баланы эҙләй башлай һәм уны ҡаза булған урындан 800 метр аҫта, ауыл тәңгәлендә ат мәкеһе тип аталған ерҙән табып алалар. Малай һәләк булған. Сабый йылға буйында әсәһе, үҙенән әҙ генә ҙур ағаһы менән йөрөгән. Баланың атаһы махсус хәрби операцияла тип хәбәр итәләр.

 Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты ошондай бәлә-ҡаза булмаһын өсөн йылға, урман буйҙарында һаҡ булырға, балаларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа саҡыра.

 

 

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: