Урал йылғаһы кимәле күтәрелеүен дауам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тәбиғәт ғәрәсәте кеше ҡорбандарына килтергән.
5 апрелдә Орск ҡалаһында дамба асылыуы сәбәпле, Ырымбур өлкәһендә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуҙы. Һыу Орск ҡына түгел, шулай уҡ Ырымбур ҡалаһына ла инде.
Бәләгә тарыусылар араһында төрлө милләт вәкилдәре бар: рустар, башҡорттар, ҡаҙаҡтар, сиғандар. Төрлө-төрлө кешеләр бер урында әлегә көн итә. Улар йәшәгән мәктәптәрҙә уҡытыу дистанцион алып барыла.
Кешеләрҙең күҙҙәрендә нур юҡ, ҡайғырыуҙан бөгөлөп төшкәндәр, билдәһеҙлектән йонсоғандар. Шулай ҙа өлкә етәкселегенән, федераль кимәлдә ярҙамға өмөт итәләр.
Ҡала урамдарында һыу әле лә китмәгән: күп кенә йорттарҙың ҡыйыҡтары ғына күренеп ултыра, трамвай йөрөгән тимер юлдар йыуылған.
Орск ҡалаһына булған эш сәфәребеҙ хаҡында гәзитебеҙҙең 17 апрелдә сығасаҡ һанында уҡырһығыҙ.
Орскийҙа хәлдәр яҡшынан түгел
Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы Орск ҡалаһында һыу баҫыуҙан зыян күреүселәргә гуманитар ярҙамды шәхсән алып барып тапшырҙыҡ. Ҡазаға тарыусыларға һыу, аҙыҡ-түлек, кейем-һалым, аяҡ кейеме бик кәрәк. Ҡыҙғанысҡа күрә, әлеге көнгә 150-нән ашыу кеше мәктәптәрҙә урынлашҡан ваҡытлыса тораҡ пункттарҙа ҡала. Улар араһында күбеһе ололар, ғәриптәр. Ятҡан урындары йылы, таҙа, ашаталар, тик һәр кемдең үҙ йортона ҡайтҡыһы килә. Тик йорттары һыу аҫтында ҡалған шул.