Бөтә яңылыҡтар

Шахтерҙар бәләгә тарыған

Амур өлкәһендәге "Пионер" руднигында ер ишелеүгә бәйле төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелгән. 125 метр тәрәнлектә тороп ҡалған 13 шахтерҙың бишәүһе - Сибай ҡалаһынан. Улар - (Э.Р.Вәлиханов, О.М.Симонов, В.О.Николаев,  Р.Р.Шәрипов, Ю.А.Марков). Ҡотҡарыусылар әйтеүенсә, зыян күреүселәр менән бәйләнеш юҡ, әммә уларҙың вентиляция торбаһына һуҡҡаны ишетелә. 

Шахтерҙар бәләгә тарыған
Шахтерҙар бәләгә тарыған

Алтын руднигында башҡа төбәктәрҙән килгән вахтасылар ғына эшләй. Шахтерҙарҙың яҡындарына кәрәкле ярҙам күрһәтергә, ҡунаҡханаларҙа һәм ваҡытлыса йәшәү пункттарында урынлаштырырға әҙерҙәр. Ваҡиға урынына Якутия, Хабаровск һәм Приморье крайынан, Амур өлкәһенән тау ҡотҡарыусылары йыйыла. Кузбасс Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре лә ярҙамға килергә тулыһынса әҙер.

Эҙләү-ҡотҡарыу эштәрен шахтаға ер аҫты һыуының туҡтауһыҙ ағыуы ҡатмарлаштыра.

Тәфтишселәр рудник шахтаһындағы ерҙең ишелеүе факты буйынса "эш барышында хәүефһеҙлек талаптарын боҙоу" статьяһы буйынса енәйәт эшен асҡан.

Имен-һау ғына булһындар инде...

Автор:Гульдар Кадаева
Читайте нас: