Кисә социаль селтәрҙә Стәрлетамаҡта үҙ ҡыҙын өс йыл дауамында бер ҡайҙа сығармай тотҡан ҡатынды ҡулға алыуҙары хаҡында мәғлүмәт таралды. 10 йәшлек ҡыҙҙы ваҡытлыса приютҡа алып барғандар. Ул тиҙ арала тиҫтерҙәре менән уртаҡ тел тапҡан. Суд приставтары хәлен белә барған саҡта ул һүрәт төшөрөп ултырған һәм приютта аш тәмле булыуын әйткән.
Иртәгә ҡыҙ атаһы менән күрешәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ:
Асоциаль йәшәү рәүешен алып барған ҡатын бер ҡайҙа ла эшләмәгән, балаһын ҡарамаған, хатта уға мәктәпкә йөрөүҙе тыйған. Документтар буйынса ҡыҙ һаман да беренсе класта уҡыған, ә уның тиҫтерҙәре күптән дүртенсе класҡа күскән булған.
Суд ҡатынға баланы атаһына тәрбиәгә бирергә ҡушҡан, әммә әсә ҡарарҙы инҡар иткән. 10 йәшлек ҡыҙын йәшереп тотор өсөн ул бер нисә тапҡыр йәшәү урынын үҙгәрткән. Шуныһы ҡыҙғаныс: өйҙә бала барлығын хатта күршеләре лә белмәгән.