Нисек итеп һуңғы аҡсаңды мутлашыусыларға бирмәҫкә?
Аферистар тоҙағына һәр кемдең эләгеүе бар. Әммә күп осраҡта улар оло кешеләрҙе албырғата һәм пенсияһынан үҙҙәрен ерләүгә тип йыйып барған аҡсаһын тартып ала.
Аҡса талаусылар кешенең хис-тойғоһона оҫта баҫым яһап, тиҙерәк хәйләһен тормошҡа ашыра, ҡорбанына уйларға, кемгәлер шылтыратырға ла ваҡыт ҡалдырмай.
Сибай ҡалаһында йәшәүсе 84 йәшлек оло йәштәге ҡатын да уларҙың хәйләһенә ҡаба. Стационар телефонға бер ир шылтыратып, ҡәтғи тауыш менән туғанығыҙ юл-транспорт фажиғәһенә тарыны, уны ҡотҡарып алып ҡалыу юлы бар, аҡсағыҙҙы әҙерләгеҙ, тип белгертә. Ярты сәғәттән ҡатындың өйөнә курьер килеп тә етә һәм унан 190 мең һум аҡсаһын ала. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
Мутлыҡ хаҡында ишетеүселәргә кисекмәҫтән хоҡуҡ һағы органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Динис Таштимеров, РФ эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең уголовыный розыск оперуполномоченныйы