+11 °С
Болотло
Был хәл "Урал авиалиниялары" самолетында була. Дүшәмбе ҡалаһына юлланған рейста йөклө ҡатын ҡапыл ауырып китә. Ярай әле бортпроводница һөнәре буйынса фельдшер булған. Уға медицина шәфҡәт туташы булған пассажирка ярҙамға килгән.
Ҡатын сабыйын имен-һау ҡулына алған. Самолет килеп төшөүгә уны "Тиҙ ярҙам" көтөп торған.
Нимәһе ҡыҙыҡ: самолеттағылар шунда уҡ сабыйға тип аҡса йыйған. Йәмғеһе 100 мең һум һәм 3 мең сомони йыйылған.