Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
27 Октябрь 2023, 12:55

Ашыҡмағыҙ - юлдар тайғаҡ!

Баймаҡ районында пассажир автобусы трактор менән бәрелешкән.10 пассажиры булған автобус Сибайҙан Хәйбуллаға эшселәр алып китеп барған. Шуларҙың бишеһе төрлө тән йәрәхәттәре алған. Ҡулланыусыларҙы һәм водителде дауаханаға оҙатҡандар.

Ашыҡмағыҙ - юлдар тайғаҡ!
Ашыҡмағыҙ - юлдар тайғаҡ!

-Көҙгө юлдарҙа һаҡ булығыҙ! Бик тайғаҡ, етмәһә Сибай-Баймаҡ юлы боролоштары бик хәүефле! - тип иҫкәртә ҡаланың юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре.

Улар шулай уҡ улар кисекмәҫтән ҡышҡы тәгәрмәскә күсергә саҡыра. 

Автор:Гульдар Кадаева