Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
5 Сентябрь 2023, 16:00

Чупакабра ҡырған бит!

...Ҡоштарыма 4 тулып килгәндә, инде ауырлыҡтары ҡәҙимге булып иткә һуйырға эшкингәндә бәлә килде бит: иртән тороп сығыуыма һарайымда ҡоштарым теҙелешеп үлеп ята! Чупакабра беҙгә лә килеп еткән! Быға ҡәҙәр ауылдарҙа йәшәүселәр генә ҡош-ҡортон ниндәйҙер йәнлек ҡырып китеүенә зарланһа, ул ҡоротҡос йәнлек Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһына ла килеп етешкән! Йәдсә еткән ҡоштарымдың башына.

Чупакабра ҡырған бит!
Чупакабра ҡырған бит!

Йыл да иртә яҙҙан ҡош-ҡорт алып аҫрайым. Ҡыш буйы балаларым менән рәхәтләнеп ҡаҙ, бройлер ите ашап сығабыҙ. Быйыл да ғәҙәттәгесә ҡаҙ, бройлер алдым. Йыл әйләнәһенә йомортҡа һалған тауыҡтырым да етерлек. Баш ҡаланан йәйге ялға килгән ейәнсәрҙәрем йомортҡа ашап кинәнә.

Ҡоштарыма 4 тулып килгәндә, инде ауырлыҡтары ҡәҙимге булып иткә һуйырға эшкингәндә бәлә килде бит: иртән тороп сығыуыма һарайымда ҡоштарым теҙелешеп үлеп ята! Чупакабра беҙгә лә килеп еткән! Быға ҡәҙәр ауылдарҙа йәшәүселәр генә ҡош-ҡортон ниндәйҙер йәнлек ҡырып китеүенә зарланһа, ул ҡоротҡос йәнлек Сибай ҡалаһының Көньяҡ ҡасабаһына ла килеп етешкән! Йәдсә еткән ҡоштарымдың башына.

Баҡтиһәң, күршеләрҙә лә шул уҡ хәл икән! Барыһы ла инде һуйып алырға йөрөгән ҡоштарының пыран-заран килтерелеүгә аптыраҡ хәлдә. Күпме аҡса, күпме көс сарыф ителде бит!

Бер мөйөштә генә бер бөртөк ҡаҙым ултырып ҡалған, уныһы эт шикелле артымдан ҡалмай эйәреп тик йөрөй. Апайыма һеҙҙең ҡаҙҙарға алып барып ҡушам тиһәм, юҡ, уны суҡып бөтөрәсәктәр, сит ҡошто улар араларына ҡушмай бит ул, ти. Ҡаҙҙарым, тауыҡтарым, бройлерҙарым тау кеүек өйөлөп ята. Ап-аҡ ҡыналар бит әле. Йәдсә уларҙы ашамаған да, тешләмәгән дә хатта. Ул кәртәгә инеү менән ниндәйҙер алама еҫ сығарып, ҡоштарҙы иҫәңгерәтеп алып, ҡандарын ғына эсә икән...

Меҫкенкәйҙәремә ҡарап, шаңҡып ултырһам, күптәнге танышым шылтырата.

- Хәлеңде беләйем тигәйнем, апай!

-Хәлдәр бик яҡшынан түгел шул! Бына бер өйөр ҡоштарым үлеп ята!

-Борсолма! Апай, һинең изгелеңде күп күрҙем! Нимә кәрәк һиңә?

-Тауыҡтарым йомортҡа һала ине, каникулға килгән ейәнсәрҙәрем рәхәтләнем ашай ине...

-Хәҙер йомортҡа алып киләм!

Ҡараһам, ысынлап та 3 ҡап йомортҡа тотоп алып, танышым инеп килә. Ул тыумыштан тома һуҡыр, шулай ҙа дуҫтары-иптәштәре уны ҡуша алып йөрөй, был юлы ла уны елдереп кенә беҙгә илтеп ҡуйғандар икән.

Маңлай күҙе күрмәһә лә, күңел күҙе уның яҡшы күрә.

-Апай, ожмахҡа тиң ерҙә йәшәйһең икән! Тирә-яғың тулы сәскә, емеш-еләк бит! Хуш еҫ аңҡып тора! – ти был өй яғына атлап.

-Ауылдан әсәйем әллә күпме йомортҡа ебәргән! Бына ашат балаларыңа!

Һөйләшеп ултырҙыҡ, сәй эскәс, ул ҡайтып китте. Мин дә уға күстәнәс-маҙар һалдым.

Бер аҙҙан телефоныма смс килде. Ҡараһам, әлеге лә баяғы танышым 1 мең һум аҡса күсергән.

-Нишләп улайтаң? Мин бит һиңә аҙыҡ-түлекте һатып бирмәнем, күстәнәс итеп һалдым, тием.

-Апай, тауыҡ кәрәк һиңә! Бына ошо аҡсаға ике тауыҡты минең исемдән һатып ал!

-Апай! Ысын әйтәйем әле, иҫеңдәме һин миңә бағыусылар табып компьютер алып биргәйнең?

-Эйе.

-Әй күп файҙаһын күрҙем шуның! Рәхмәт! Әле эшләп йөрөгәс яңынан алдым әле. Тегеһен ауылда мохтаж ғына йәшәгән бер ғаиләләге балаға алып ҡайтып бирҙем.

-Ыста...

Күҙҙәремә йәш тулды! Ул егетте мин студент сағынан ҡарап, хәстәрләп алып йөрөйөм. Әле ул эшләй, фатир алды. Изгелегемә изгелек менән яуап биреүенә һөйөндөм.

Был хәл тураһында туғандар чатына яҙғайным, уларым да бер-бер артлы миңә аҡса күсерә башланы.

 “Ҡайһылай шәп булды ул әле! Ул егет бит беҙгә хәлдән сығыу юлын күрһәтте! Аптырап тик ултыра инек ҡалайтып ярҙам итергә тип?!” – тип яҙҙы туғандарым.

Баҙар көнөнә ҡәҙәр картама арыуыҡ аҡса йыйылды. Унда да миһырбанлы һатыусылар осрап, баҙар аҙағы, ҡайтырға кәрәк, тип инде ҙур үҫкән муларда себештәрен хаҡын күпкә төшөрөп биреп киттеләр.

Хәҙер теге яңғыҙ ҡаҙ шул бәпкәләрҙе ҡарай. Минең арттан эйәреүен ҡуйҙы.

Быларым да йәдсәгә ем булмаһын тип, кәртәмде төнгө бикләйем. Теге юлғы кеүек уларҙы тышта ҡалдырыу юҡ. Алдырыр көн – яҙҙырыр, тиеүҙәре шулдыр, ахыры.

Аңһыҙ ҡазалар ошоноң менән бөтһөн инде. Алған өйрәктәремде имен-һау һуйып алырға, ҡыш буйы балаларым, туғандарым, таныштарым, килгән-киткәндәр менән имен-аман ашарға яҙһын!

 

Чупакабра ҡырған бит!
Чупакабра ҡырған бит!
Чупакабра ҡырған бит!
Автор:Гульдар Кадаева