Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
4 Сентябрь 2023, 09:20

Өс баланы ҡотҡарған

Үҙенең батырлығы тураһында герой бер кемгә лә һөйләмәй. Уның ҡыйыу аҙымы хаҡында республиканың эске эштәр министрлығында урындағы ҡатындың хатынан белеп ҡалалар. Ул Тимур Кәлимуллинға кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуы өсөн рәхмәтен белдергән.

Өс баланы ҡотҡарған
Өс баланы ҡотҡарған

2020 йылдың ноябрендә Рәсәй эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе Тимур Кәлимуллин, төшкө ашҡа ҡайтҡан саҡта күршеләге өс ҡатлы йорттоң тәҙрәләрендә төтөн күрә. Юстицияның өлкән лейтенанты янғынға табан йүгерә, ҡотҡарыусыларҙы саҡыра.

Йортта һуңғы ҡаттың балконында балалар була. Ир ике баланы ҡотҡарып алып сыға, ә һуңынан өсөнсө сабыйҙы хәүефһеҙ урынға алып килә. Тағы ике үҫмерҙе һәм пенсионерҙы ашығыс хеҙмәттәр хеҙмәткәрҙәре баҫҡыс ярҙамында эвакуациялай.

Үҙенең батырлығы тураһында герой бер кемгә лә һөйләмәй. Уның изге ҡылығы тураһында республикала эске эштәр министрлығында урындағы ҡатындың хатынан белеп ҡалалар, ул Тимур Кәлимуллинға кеше ғүмерен һаҡлап ҡалыуы өсөн рәхмәтен белдергән.

«Уға һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт. Әгәр ул булмаһа, күҙ алдына килтереү ҙә ҡурҡыныс, – тигән ҡатын.

Тәфтишсе үҙенең тик профессиональ бурысын үтәүе хаҡында әйткән.
 
Автор:Гульдар Кадаева