18 ҡотҡарыусы белемен һәм тәжрибәһен нығытҡан сараға 4 берәмек техника йәлеп ителде, бәләгә тарыусыларҙы ваҡытлыса урынлаштырыу ЧС-43 пункты, альпинистар ҡоролмалары ҡулланылды.
Бейек тау башында шартлы рәүештә ҡазаға юлығыусыларға ярҙам күрһәтеү элементтары ҡабатланды. Шулай уҡ ауыр йәрәхәт алыусыны каньон аша сығарыу, диңгеҙ кимәленән 30 метр бейеклектәге ҡаянан бәләгә тарыусыны носилкала төшөрөү һәм күтәреү, карта буйынса урында ориентирлау күнекмәлере үткәрелде. Тәбиғәт шарттарында ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙе ҡулланып беренсе ярҙам күрһәтеүгә лә айырым иғтибар бүленде.
Уҡыу күнекмәләре ойошторған ваҡытта ямғыр яуып тороуға ҡарамаҫтан, отряд ҡотҡарыусылары алдарына ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәп сыҡты.
-Был урын уҡыуҙар үткәреү өсөн бушҡа ғына һайланманы: өсөнсө йыл рәттән ошо биләмәлә ял итеүселәр күпләп бәләгә тарый һәм беҙгә мөрәжәғәт итә. Шуға күрә, урынды ныҡлап өйрәнеү һәм күнекмәләр уҙғарыу беҙгә тик файҙаға ғына,--ти Сибай эҙләү-ҡотҡарыу отряды етәксеһе Илдар Хәмитов.