Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
28 Июль 2023, 23:15

Республикала көндәрҙең эҫе тороуына бәйле янғынға ҡаршы махсус режим хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

Башҡортостанда йәшәүселәргә көндәрҙең эҫе тороуына бәйле янғынға ҡаршы махсус режим хаҡында иҫкә төшөрҙөләр.

Республикала көндәрҙең эҫе тороуына бәйле янғынға ҡаршы махсус режим хаҡында иҫкә төшөрҙөләр
Республикала көндәрҙең эҫе тороуына бәйле янғынға ҡаршы махсус режим хаҡында иҫкә төшөрҙөләр

«Янғын хәүефе миҙгеле башланғандан алып урман янғындары формированиелары көстәре һәм саралары юғары әҙерлек режимында эшләй», - тип хәбәр итә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы.

Ведомствола белдереүҙәренсә, быйыл аномаль эҫе һауа торошона бәйле республикала урман янғындары күп. 2023 йылдың 31 мартынан 28 июленә тиклем 122 урман янғыны теркәлгән.

Янғындың төп сәбәбе — тәбиғи фактор, шулай уҡ янғындарҙың күбеһе халыҡтың ут менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында килеп сыҡҡан. Янғындан зыян күргән урмандарҙың дөйөм майҙаны 3 мең гектарҙан ашыу тәшкил иткән.

Урманда янғын күрһәгеҙ, урман һағының 8 (800) 100-94-00 номерына йәки 8 (347) 218-14-14 телефоны буйынса Башҡортостан урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-07-28/zhitelyam-bashkirii-v-svyazi-s-ustanovleniem-zharkoy-pogody-napomnili-ob-osobom-protivopozharnom-rezhime-3362679

Автор: