Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
17 Июль 2023, 16:35

ҒӘЖӘП...

Бер урында ятҡан ябай уҡыусы дәфтәре янып көлгә әйләнгән, ә Ҡөрьән сүрәләре яҙылған китап бөтөн, янып бөтмәгән, ғәжәп..

ҒӘЖӘП...
ҒӘЖӘП...

--Кемдең кемлеге бәлә килгәндә беленә...
Хәмит ауылындағы янғынға ла аҙна үтеп китте. Ошо күңелһеҙ ваҡиға Хәмит ауылы халҡында ғына түгел, илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәгеләрҙә лә ҙур тетрәнеү һәм ҡаза күреүселәргә теләктәшлек тойғоһо тыуҙырҙы. Янғын тураһында хәбәр таралғас та үҙ ярҙамын тәҡдим итеп, аҡса күсереүселәр һәм матди ярҙам илебеҙҙең төрлө төбәктәренән булыуы хайран ҡалдыра. Бөгөн ҡаза күреүселәр урамда яңғыҙ ҡалдырмай ярҙам ҡулы һуҙған һәр кемгә рәхмәтле, сөнки ваҡытлыса йәшәп торорлоҡ йорт, кейергә кейем, түшәк -юрған, аҙыҡ -түлек, һауыт-һаба менән тәьмин ителделәр. Иң мөһиме, барыһы ла һау-сәләмәт, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары яндарында.
Ут һаман һүнеп бөтмәй, төтәй, ә тормош дауам итә...
PS: бер урында ятҡан ябай уҡыусы дәфтәре янып көлгә әйләнгән, ә Ҡөрьән сүрәләре яҙылған китап бөтөн, янып бөтмәгән , ғәжәп...,--тип яҙа социаль селтәрҙә Хәмит ауылы башлығы Фирүзә Ғәҙелшина.

Автор:Резеда Валиева