Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
3 Июль 2023, 13:00

Йылайырҙа ике ир һыуға батҡан

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитетының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең Сибай ҡотҡарыусылар отрядының водолаздар төркөмө һуңғы арала Йылайыр районына ике тапҡыр саҡырыу алған. 29 июндә Йылайыр йылғаһында 1989 йылғы ир-егеттең мәйетен 2 сәғәт эҙләгәндән һуң ғына саҡ табып алалар. Һәләк булыусы һыуға төшкән урынынан 60 метр самаһы ситтә һыу төбөндә ятҡан.

Йылайырҙа ике ир һыуға батҡан
Йылайырҙа ике ир һыуға батҡан

2 июлдә Дмитриевка ауылы янында һыуға батҡан 1965 йылғы ирҙең мәйетен сығарғандар һәм полицияға тапшырғандар.  

Сәләмәт булыу һәм һыу буйҙарында ял иткәндә күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн һыу инеү өсөн ҡотҡарыусылар кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ:

-махсус ҡулайлаштырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ;

-алкоголле эсемлек эскән килеш һыуға төшмәгеҙ;

-балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;

-ярҙан алыҫ йөҙөп китмәгеҙ.

Илдар Хәмитов, Сибай авария-ҡотҡарыу хеҙмәте отряды етәксеһе.

 

Йылайырҙа ике ир һыуға батҡан
Йылайырҙа ике ир һыуға батҡан
Йылайырҙа ике ир һыуға батҡан
Автор:Гульдар Кадаева