Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
23 Июнь 2023, 13:35

Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!

Ҡотҡарыусылар кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ: -Сәләмәт булыу һәм һыу буйҙарында ял иткәндә күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн һыу инеү өсөн махсус ҡулайлаштырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ. Шулай уҡ алкоголле эсемлек эскән килеш һыуға төшмәгеҙ, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ярҙан алыҫ йөҙөп китмәгеҙ.

Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!
Ялығыҙ хәүефһеҙ үтһен!

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт комитетының Сибай авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары һыу инеү миҙгеле бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн һыу ятҡылыҡтарында профилактик рейдтар уҙғара, ваҡытлыса хәүефһеҙлек постары ҡуя.

Рейдтар барышында ҡотҡарыусылар ял итеүселәргә һыу буйҙарында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеген иҫкәртә, аңлатыу эштәре алып бара, мәғлүмәт листовкалалары тарата.

Ҡотҡарыусылар кәңәшенә ҡолаҡ һалығыҙ:

-Сәләмәт булыу һәм һыу буйҙарында ял иткәндә күңелһеҙ хәлгә тарымаҫ өсөн һыу инеү өсөн махсус ҡулайлаштырылған урындарҙа ғына һыу инегеҙ. Шулай уҡ алкоголле эсемлек эскән килеш һыуға төшмәгеҙ, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, ярҙан алыҫ йөҙөп китмәгеҙ.

Илдар Хәмитов, Сибай авария-ҡотҡарыу хеҙмәте отряды етәксеһе.

Автор:Гульдар Кадаева