“Һаумыһығыҙ, еңел генә шарттарҙа аҙнаһына 30 мең аҡса эшләгегеҙ киләме?” Наркотик матдәләрҙең законһыҙ әйләнеше өсөн хөкөм ителгәндәрҙең барыһының да тарихы тап ошондай иғландарға ҡабыуҙан башлана. Енәйәти аҙымға барыуҙарын аңлап та етмәгән йәштәр тиҙ байыу йәһәтенән, йә булмаһа ауыр хәлгә тарыуҙан ошондай еңел аҡса эшләү юлына баҫа. Сибайҙа ла 17 йәшлек егет анһат аҡса эшләргә уйлай.
Хәҙер егет аҡсаһыҙ ғына ла түгел иркенән дә мәхрүм ителгән. Енәйәти аҙымға барыуы уның ғүмеренә ҡарап тап яҡҡан. Бәлки ул ысын юлға баҫып, әҙәмсә донъя көтөп алып китер, әммә законһыҙ рәүештә наркотик матдәләр һатыуы тураһындағы статья менән хөкөм ителеүе уға тормош юлында бик күп кәртәләр ҡуясаҡ.
Уйламай ҡылған енәйәти аҙымы өсөн егетте суд 4 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итте. Тиҫтерҙәре берҙәм дәүләт имтиханы тапшырып юғары уҡыу йортона уҡырға инһә, курьер иһә яза алыу урынына юллана.
Йәш егет тарыған ғибрәтле хәл ҡыҙҙар-егеттәргә һабаҡ булһа ине. Шикле юл менән аҡса эшләүгә ҡарағанда, рәсми рәүештә эшкә урынлашып хәләл көсөң менән тапҡан аҡса ғына файҙа килтерә.
фото интернет селтәренән.