Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
24 Октябрь 2022, 11:55

Өс балаһы етем ҡалды

Украинала барған махсус хәрби операция барышында яҡташыбыҙ Марсель Нурасов һәләк булыуын хәбәр иткәйнек. 23 октябрҙә уны тыуған ауылы Баймаҡ районының Түбә ауылында ерләнеләр.

Төбәк өсөн ҡайғылы көн, яҡташыбыҙ Марсель Нурасовты 35 йәшендә генә ерләнек. Ефрейтор Марсель Нурасов - М.М.Шайморатов исемендәге ирекле батальон яугиры, махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк булды.

Хөрмәтле Миҙхәт Миңлеғәле улы һәм Раушания Рәмил ҡыҙы! Аңлайым, бер һүҙ ҙә әйтеп бөтөргөһөҙ юғалтыу ҡайғыһын кәметмәйәсәк...

Марсель иң яҡшы кешелек сифаттарын: ҡыйыулыҡ, батырлыҡ, юғары намыҫлылыҡ күрһәтте, сөнки шулай тәрбиәләнгән һәм Ватанды һаҡлаусының еңел булмаған юлын һайлаған.

Беҙ барыбыҙ ҙа бындай бирешмәүсән егеттәргә бурыслыбыҙ һәм геройҙарыбыҙҙы иҫләү беҙҙең изге бурысыбыҙ булып тора. Әлбиттә, яҡындарыбыҙға ярҙам итеү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ.

Марсель Тыуған иле өсөн иң ҡәҙерлеһен - ғүмерен биргән намыҫ һәм бурыс кешеһе булараҡ хәтеребеҙҙә ҡаласаҡ.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.

Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Автор:ГУЛЬДАР КАДАЕВА