АТАЙСАЛ
+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
22 Сентябрь 2022, 14:03

Рәсәйҙә өлөшләтә мобилизация. Был нимәне аңлата?

➤Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәттә булып ҡайтҡандар, хәрби-иҫәп белгеслегенә һәм һуғыш тәжрибәһенә эйә булғандар мобилизацияланырға тейеш;



➤Хәрби хеҙмәттәге һалдаттар мобилизацияланмай, улар махсус хәрби операция зонаһына ебәрелмәй;

➤Рәсәйҙең мобилизация ресурсы 25 миллионға яҡын кеше тәшкил итә, уларҙың 1% ашыуырағы (300 мең самаһы) өлөшләтә мобилизацияланырға тейеш.

Һаулығы торошо буйынса армияла хеҙмәт итә алмағандар саҡырылмай.

"Тәү сиратта 35 йәшкә тиклемге һалдаттар, старшиналар һәм прапорщиктар, 45 йәшкә тиклемге кесе офицерҙар мобилизацияланырға мөмкин", - тип белдерҙе Дәүләт Думаһының Оборона буйынса комитеты башлығы Андрей Картаполов.

Автор:гульдар кадаева