Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
15 Сентябрь 2022, 15:14

Айгизгә ни бары 21 йәш булған...

Тыныс йоҡла, батыр! Ғәзиз әсәһенә, туғандарына оло сабырлыҡ теләйбеҙ.

Әбйәлил районынан Украинала барған махсус операцияла һәләк булған унынсы ир-егетте һуңғы юлға оҙаттылар. Контракт хеҙмәте рядовойы Хәлил егете Айгиз Ирназаров тураһында айҙан ашыу хәбәр булмай.

-Ошоға тиклем ул иҫән тигән өмөт менән йәшәнек, ут эсендә ниҙәр генә булмаҫ – имен йөрөһөн тип теләнек, бәлки, яраланып госпиталгә эләккәндер тип күңел йыуаттыҡ. Әммә йәнде өшөткөс үлем хәбәре килде, -- тип илай яҡындары.

Айгизгә ни бары 21 йәш булған. Үлгәндән һуң Шайморатов орденына лайыҡ булған ҡаһарман яҡташыбыҙҙы Ишбулды ауылында ерләнеләр.

Тыныс йоҡла, батыр! Ғәзиз әсәһенә, туғандарына оло сабырлыҡ теләйбеҙ.

Автор:гульдар кадаева