АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
7 Сентябрь 2022, 09:17

Хәйбулла ла табут ҡайтты

Хәйбулла халҡы ҡара ҡайғы кисерә: Украинала барған махсус операция барышында Ватаныбыҙҙың тоғро улы Рөстәм Мөнәүир улы Ғабдрахманов һәләк булды.

"Хөрмәтле яҡташтар!
Хәйбулла халҡы ҡара ҡайғы кисерә: Украинала барған махсус операция барышында Ватаныбыҙҙың тоғро улы Рөстәм Мөнәүир улы Ғабдрахманов һәләк булды.
Рөстәм Аҡъярҙың 2-се мәктәбен тамамлаған. 39 йәшлек ир-егет бөтә ғүмерен тыуған иленә хеҙмәт итеүгә арнаған һәм һуңғы һулышына ҡәҙәр хәрби присягаһына тоғро ҡалған.
Мәрхүмдең ҡатыны тол, улы етем ҡалды. Уларҙың тәрән ҡайғыһын уртаҡлашам.
Рөстәм Ғабрахманов менән бәхилләшеү иртәгә – 8 сентябрь 10.00 сәғәттә Аҡъяр саҡырылыш пункты алдында (М.Гәрәев урамы, 40) үтәсәк" — тип яҙҙы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.

Мәрхүмдең яҡындарының, туғандарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:гульдар кадаева