АТАЙСАЛ
+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
31 Август 2022, 09:25

АФРИКА ТАҒУНЫ—ХӘҮЕФЛЕ

Һаҡ булығыҙ! Вирус тупраҡта—112 , сей иттә—188, ыҫланған иттә 150 көнгәсә йәшәргә һәләтле.

АФРИКА ТАҒУНЫ—ХӘҮЕФЛЕ
АФРИКА ТАҒУНЫ—ХӘҮЕФЛЕ

Август айында Рәсәй территорияһында сусҡаларҙың африка тағуны теркәлде. Ил буйынса йорт хайуандарында—38, ҡырғайҙарында 22 урында асыҡланған.

Күршеләребеҙҙә, йәғни Ырымбур өлкәһендә һәм Татарстан Республикаһында ла был сир тарала, унда барлығы 6 мең хайуан юҡ ителгән.

Сусҡаларҙың африка тағуны—айырыуса хәүефле, үтә йоғошло, вируслы ауырыу. Ул 1903 йылдан билдәле, ә Рәсәйҙә 2008 йылдан теркәлә. Ҡырағай һәм йорт сусҡаларының барлыҡ тоҡомдары ниндәй йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәм йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында ауырырға мөмкин. Вирус тупраҡта—112 , сей иттә—188, ыҫланған иттә 150 көнгәсә йәшәргә һәләтле.

Тағун таралмаһын өсөн һаҡланыу саралары күреү кәрәк. Киҫәтеүҙең төп ысулы—районға, хужалыҡтарға вирус индермәү. Сусҡаларҙы урамда йөрөтмәй, һарайҙа ғына тоторға кәрәк. Йорт һәм ҡыр хайуандары, ҡоштар, кимереүселәр һәм хатта бөжәктәр ҙә, үҙҙәре ауырымайынса ла, механик рәүештә сирҙе таратыусы була ала. Хайуандар әлеге вирусты үҙ организмында түгел, ә йөн йәки тояҡтарында йөрөтөргә лә һәләтле.

Шулай уҡ сусҡа аҫраған һарайҙарҙы аҙыҡ һәм башҡа сүп-сар ҡалдыҡтарынан даими таҙартырға, дезинфекция үткәрергә кәрәк. Хайуандарға бешеп бөтмәгән аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтары биреү ҙә хәүефле. Ризыҡты термик эшкәртеү ваҡыты 30 минуттан кәм булмаҫҡа тейеш.

Ауырыу симптомдары ике көндән бер аҙнаға тиклемге ваҡытта барлыҡҡа килә. Сусҡаларҙың аппетиты юғала, һыуһай, тиҙ арый, фалиж һуғыу күҙәтелә. Аяҡтары, ҡорһаҡ, муйын, ҡолаҡтары һәм ҡойроғонда ҡыҙыл-шәмәхә таптар барлыҡҡа килә. Үлем беренсе көндә үк булырға мөмкин. Инфекция тиҙ тарала, барлыҡ сусҡалар 4-5 көн эсендә һәләк була.Үлгән хайуан түшкәләрендә вирус 2 айҙан, туңдырылған түшкәләрҙә—6-10 йылдан үлә.

Сусҡаларҙың Африка чумаһы кеше ғүмере һәм сәләмәтлеге өсөн ҡурҡыныс тыуҙырмай. Был вирустан дауа уйлап тапмағандар әле, бары тик ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү ҙур роль уйнай.

Бындай сир асыҡлана ҡалһа, тораҡ пунктҡа карантин һалына. Эпизоотик усаҡтағы барлыҡ сусҡалар юҡ ителә, түшкәләрен яндыралар. Башҡа малсылыҡ продукттарын да карантин срогы дауамында баҙарҙа һатыу һәм ситкә сығарыу тыйыла.

Африка сусҡа тағуны бик тиҙ тарала һәм хужалыҡҡа ҙур матди зыян килтерә. Шуға ла юғарыла яҙылғандарҙан тыш, түбәндәге бөтә талаптарҙы үтәү мөһим:

- Сусҡаларҙы малсылыҡ аҙыҡ-түлеге, ҡайнатылмаған ҡалдыҡтар менән туҡландырыуҙан, ветеринария хеҙмәте рөхсәтенән тыш муниципаль район территорияһына йорт һәм ҡырағай хайуандарҙы индереүҙән тыйылығыҙ.

- Сусҡаларҙы, улар аҫралған биналарҙы 10 көнгә бер тапҡыр ҡан һурыусы бөжәктәргә ҡаршы эшкәртергә онотмағыҙ. Уларҙы иректә йөрөтөргә тырышмағыҙ.

- Ветеринар-санитар хеҙмәт белгестәре тарафынан экспертиза үтмәйенсә сусҡаларҙы һуйырға һәм итен һатыуға сығарырға ярамай.

- Рөхсәт ителмәгән сауҙа урындарында ветеринариянан алынған документтары булмаған тере сусҡаларҙы һатып алмағыҙ.

- Мотлаҡ бер нисә баш сусҡаны ветеринар белгестәр тарафынан тикшереүгә, вакциналар яһауға һәм башҡа дизенфекциялауҙарға бирегеҙ.

- Хайуандарҙың мәйеттәрен, һуйғандан һуң уларҙың ҡалдыҡтарын сүплеккә ташларға, үҙегеҙҙең йәшелсә баҡсаһына йәки башҡа урынға күмергә ярамай. Ауырыу йә үлеү осрағы булғас та ветеринария хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә.

-Ҡыр сусҡалары йөрөгән ерҙә аҡҡан йылға һыуҙарын йорт хайуандарына эсермәҫкә.

Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: төбәктең биологик хәүефһеҙлеге, хайуандарҙың сәләмәтлеге һәм ғүмере һеҙҙең яуаплылыҡҡа бәйле.

Урал Сирбаев, эске ветеринар күҙәтеү бүлегенең дәүләт инспекторы.

Автор:Резеда Валиева