Бөтә яңылыҡтар
Ғәҙәттән тыш хәл
25 Август 2022, 12:30

Республикала көндәр ныҡ эҫе тора, юғары янғын хәүефе һаҡлана

Башҡортостанда 23 августан 5 сентябргә тиклем автомобиль менән урманға инеү сикләнә. Быға аномаль эҫелек сәбәпсе. Уҙған аҙнала республикала дүрт урман янғыны теркәлгән, уларҙың барыһы ла һүндерелгән. Был турала 22 августа Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте.

Республикала көндәр ныҡ эҫе тора, юғары янғын хәүефе һаҡлана
Республикала көндәр ныҡ эҫе тора, юғары янғын хәүефе һаҡлана

«Республикала көндәр ныҡ эҫе тора, юғары янғын хәүефе һаҡлана. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы бойороғона ярашлы, урманға барыу һәм унда транспорт менән инеү тыйыла», — тине ул.

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әле урман янғындары юҡ. 2022 йылдың янғын хәүефе осоро башланғандан алып бөтәһе 298,460 гектарҙа 50 урман янғыны сыҡҡан.

«Республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелде, ә урман фондында 3-сө, 4-се һәм 5-се класлы янғын хәүефе фаразлана», - тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында.

 

Автор:Гульдар Кадаева